Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Балаларға социаль-психологик ярҙам буйынса семинар

Йәмғиәт

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында 19 мартта "Ауыр хәлгә ҡалған балаларға һәм үҫмерҙәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса проблемаларҙы хәл итеүгә ведомство-ара ҡараш" темаһына күсмә зона семинары үтәсәк.

Уның сиктәрендә ауыр тормош хәленә тарыған, стресс кисергән балиғ булмаған үҫмерҙәргә комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса эш системаһын камиллаштырыу менән бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк. Балиғ булмаған үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йышайыуы кеүек киҫкен социаль проблемалар һәм суицидаль тәртипте иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар семинарҙың айырым пункты итеп бүленәсәк.

Шулай уҡ педагог-психологтарҙың мастер-кластарын үткәреү планлаштырыла. Семинарҙың ғәмәли өлөшөндәге биш секция эше балалар һәм үҫмерҙәр араһында тәртипһеҙ күренештәрҙе иҫкәртеүҙең хәҙерге методикаларын индереүгә, үҫмерҙәр психологияһын һәм социаль тәртибен формалаштырыусы мөһим институттар булараҡ, ғаилә, синыф, педагогик коллектив менән эшләү буйынса рекомендацияларға йүнәлтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть