Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

"Гидравлика" инженерҙары Рәсәй наградалары алды

Иҡтисад

"Йыл инженеры" Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса "Гидравлика" Өфө агрегат предприятиеһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһының ике вәкиле "Рәсәйҙең профессиональ инженеры" тигән юғары исемгә лайыҡ булды, уларға был исемде раҫлаусы махсус сертификаттар тапшырылды.

"Авиация һәм космонавтика" номинацияһында "Рәсәйҙең профессиональ инженеры" исемен Валерий Нәбиуллин алды. "Транспорт (автомобиль, тимер юл, һыу)" номинацияһында Донат Фарафонов айырылып торҙо.

"Йәштәрҙең инженерлыҡ оҫталығы" бүлегендә беренсе тур еңеүселәре дипломдары менән Әлмира Хужина менән Ирина Сергеева билдәләнде, икеһе лә — "Авиация һәм космонавтика" номинацияһында.

"Гидравлика"ның тәжрибә-конструктор бюроһының баш конструкторы Дмитрий Тук хәбәр итеүенсә, "Йыл инженеры" конкурсында предприятие хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр ҡатнашты. Шуға күрә лә яуланған наградалар айырыуса әһәмиәтле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть