7 декабрь, Шаршамбы

17 март 2009 йыл, 17:20

Йәштәр ойошмалары вәкилдәре йыйыла

автор: Эльмира Сабирова

17-18 мартта "Восход" ял базаһында (Өфө районы) Волга буйы федераль округының Рәсәй Йәштәр Союзы (РЙС) территориаль ойошмаларының кәңәшмәһе үтәсәк. Сарала РЙС Үҙәк комитетының беренсе секретары Андрей Платонов, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының балалар хәрәкәтен үҫтереү буйынса секторы мөдире Регина Хисаметдинова, шулай уҡ Өфө, Һамар, Пенза, Ульяновск, Һарытау, Киров һәм Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Рәсәй Йәштәр Союзы — илдең дәүләт булмаған, сәйәси булмаған йәштәр ойошмаһы, уның төп маҡсаты — йәш кешегә тормошта үҙ урынын табырға, күп яҡлы шәхес булараҡ асылырға ярҙам итеү.

Йыл һайын РЙС программаларында бер миллионға яҡын кеше ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһының 76 субъектында уның территориаль ойошмалары һәм вәкиллектәре эшләй. Беҙҙең республикала был Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы. 30 меңдән ашыу йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар был ойошма ағзалары булып тора.

Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — йәштәр араһында һәләтле уҡыусыларҙы, студенттарҙы һәм йәш ғалимдарҙы асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә, йәштәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереүгә, волонтерҙар хәрәкәтен ойоштороуға, йәштәрҙе социаль яҡлауға, уларҙың буш ваҡытын ойоштороуға йүнәлтелгән эш алып барыу буйынса программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу.

темалар: йәштәр, кәңәшмә