4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2009 йыл, 17:18

Башҡорт теле уҡытыусылары конкурсҡа әҙерләнә

автор: Эльмира Сабирова

Сибайҙа 25 марттан 27-һенә тиклем үтәсәк "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2009" төбәк-ара бәйгеһе башланыуға бармаҡ менән генә һанарлыҡ көндәр ҡалды. Педагогтар иң яҡшы исемен яулау өсөн 14-се тапҡырына көрәшә.

Быйылғы бәйгелә 60-лап уҡытыусы ҡатнашасаҡ, шул иҫәптән Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән башҡорт теле уҡытылған мәктәптәр вәкилдәре лә. Уларҙың һәр береһе ярыштың район һәм ҡала этаптарында еңеү яулаған да инде.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был смотрҙың маҡсаты — республикала, шулай уҡ унан ситтә лә һәләтле, ижади эшләүсе башҡорт теле уҡытыусыларын асыҡлау, ярҙам итеү һәм дәртләндереү, мәғариф өлкәһендә алдынғы идеяларҙы пропагандалау һәм педагогик тәжрибәне таратыу, уҡыусыларҙың тел мәҙәниәтен үҫтереү механизмдарын булдырыуға новаторҙарса ҡараштарҙы асыҡлау.

Конкурста ҡатнашыусылар алдында ике этапты үтеү бурысы тора: тәүҙә уларҙы педагогика, психология, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса тест үтеү һәм ижади заданиены үтәү көтә. Һуңынан педагогтар мастер-класс үтәсәк. Уҡыусылар ролендә конкурста ҡатнашыусылар йәки бер төркөм уҡытыусылар сығыш яһаясаҡ. Был заданиены үтәгәндә уҡытыусы үҙ педагогик эшмәкәрлегенең төп, иң һөҙөмтәле ысулдарын һәм алымдарын файҙаланырға тейеш. Иң һуңында конкурсанттар "Минең педагогик ҡарашым" эссеһын тәҡдим итәсәк.

Һөҙөмтәләр буйынса жюри биш лауреаттың исемен атаясаҡ. Шуларҙан береһе генә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы" буласаҡ. Еңеүсегә төп приз — республика Президенты тарафынан раҫланған аҡсалата премия.