3 декабрь, Шәмбе

17 март 2009 йыл, 17:14

Башҡарма власть органдарына үҙгәрештәр индерелде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы башҡарма дәүләт власы органдары структураһын камиллаштырыу маҡсатында һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы, 2009 йылдың 16 мартында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов "Башҡортостан Республикаһы башҡарма дәүләт власы органдары структураһын камиллаштырыу саралары тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Физик культура, спорт һәм туризм министрлығы менән Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы итеп берләштереү юлы менән үҙгәртеп ойошторолдо.

Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы бөтөрөлдө.

Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы итеп үҙгәртелде. Үҙгәртеп ойошторолоусы Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығының һәм бөтөрөлгән Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәргә, Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән төбәк-ара бәйләнештәргә ҡағылған функциялары яңы министрлыҡҡа тапшырылды.

Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетын төҙөргә, уға бөтөрөлгән Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, эске сауҙаны, йәмәғәт туҡланыуын һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүен үҫтереүгә һәм ярҙам итеүгә ҡағылған функцияларын йөкмәтергә ҡарар итте.

Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса комиссияһы итеп үҙгәртеп ойошторолдо.

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ер төҙөлөшө буйынса идаралыҡ бөтөрөлдө. Уның функциялары Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә:

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты тураһындағы положениеларҙы һәм Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тураһында положениеға үҙгәрештәр индереү хаҡында тәҡдимдәрҙе раҫлауға индерергә;

Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса комиссияһы тураһында положениены раҫларға;

ошо Указға ярашлы, үҙгәртеп ойошторолған һәм яңы төҙөлгән республика башҡарма власть органдары аппараттары хеҙмәткәрҙәре һанын һәм эш урынындағы еңел автомобилдәр иҫәбе лимиттарын раҫлауға тәҡдим итергә;

үҙгәртеп ойоштороу һәм бөтөрөү сараларын үткәреүҙе, шулай уҡ эштән бушатылған хеҙмәткәрҙәргә ҡануниәткә ярашлы гарантиялар һәм компенсациялар биреүҙе тәьмин итергә;

үҙенең норматив хоҡуҡ акттарын ошо Указға ярашлы хәлгә килтерергә ҡушылды.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә Башҡортостан Республикаһы Президенты акттарын ошо Указға ярашлы хәлгә килтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә.

Ошо Указдың үҙгәрешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.