8 декабрь, Кесе йома

16 март 2009 йыл, 17:30

Республика Хөкүмәтендә мәшғүллек проблемаларын тикшерҙеләр

автор: БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

13 мартта БР Хөкүмәте Йортонда мәшғүллек үҙәктәре директорҙары ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса Координацион комитеттың сираттағы ултырышы булып үтте.

— Быйыл мәшғүллек хеҙмәте органдарына икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтелә, — тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Координацион комитет рәйесе, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов. — Кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса белгестәргә ике программа документын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә кәрәк. Былар — "2007-2009 йылдарға БР халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү программаһы" һәм "Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы". Өҫтәмә саралар программаһы даими төҙәтелеп торорға тейеш.

Сараларҙы (алдан икенсе һөнәргә өйрәтеү, йәмәғәт эштәрен ойоштороу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм үҙеңде эш менән тәьмин итеү) тормошҡа ашырыуға средстволар киләһе аҙнанан килә башларға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, программаны финанслау суммаһы 575 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Ултырышта билдәләнеүенсә, мәшғүллек үҙәктәре эш биреүселәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш, беренсе сиратта, буш эш урындары банкын формалаштырыу һәм предприятиеларҙы талап ителгән кадрҙар менән комплектлау мәсьәләләрен хәл иткәндә.

— Әгәр эш урындары юҡ икән, уларҙы булдырырға кәрәк, — тип саҡырҙы Фидус Ямалетдинов. — Өҫтәмә саралар программаһы беҙгә бындай мөмкинлектәр бирә. Мәсьәләне дөрөҫ ҡуйғанда ауылда эшһеҙлек бөтөнләй булмаҫҡа тейеш.