9 декабрь, Йома

16 март 2009 йыл, 17:27

Мортаза Рәхимов Андрей Цариковский менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

13 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Андрей Цариковский менән эш осрашыуы үткәрҙе. Монополияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлеше мәсьәләләре тикшерелде.

Мортаза Рәхимов Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы эшенең хужалыҡ итеүсе бөтә субъекттар өсөн тиң хоҡуҡи һәм иҡтисади шарттар тыуҙырыуҙағы әһәмиәтен билдәләне. Президенттың фекеренсә, ҡулланыу баҙарындағы хаҡтар менән бәйле хәлгә контроль иҡтисади көрсөк шарттарында монополияға ҡаршы хеҙмәттең төп бурыстарының береһе булып тора.

Андрей Цариковский республика иҡтисадының ыңғай хәлен билдәләне.

— Көрсөккә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда юғары тәьминәт кимәле һаҡланып ҡалған һәм төбәк буйынса килемдәрҙең кәмеүе ил буйынса сағыштырғанда байтаҡҡа түбән, — тине Рәсәй Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары.

Андрей Цариковский Башҡортостанда монополияға ҡаршы хеҙмәттең һөҙөмтәле эшләүе өсөн тейешле шарттар булдырған өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Осрашыуҙа Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева ҡатнашты.