Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Президент Урал аръяғында булып ҡайтты

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 14 мартта Урал аръяғы райондары буйлап эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты.

Баймаҡ районында ул агросәнәғәт секторындағы эштәр торошо менән танышты: Күлтабан ауылында 1280 баш һыйыр малына иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы, Әбделкәрим ауылында мәҙәни-белем биреү комплексы төҙөлөшөн, Урғаҙы ауылында реконструкцияланған ауыл хужалығы техникумын ҡараны.

Хәйбулла районында Мортаза Рәхимов социаль объекттарҙа — Аҡъярҙа үҙәк район дауаханаһында, Йәнтеш ауылы мәктәбендә, "Һаҡмар" шифаханаһында, Бүребай ауылы мәктәбендә булды.

Йылайыр районында ла уның иғтибарын дөйөм белем биреү объекттары — район үҙәгендәге Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы һәм мәктәп — йәлеп итте.

Ейәнсура районында республика башлығы Иҫәнғол ауылындағы бассейн төҙөлөшө менән танышты.

Эш сәфәрендә уны БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть