Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сәнәғәт предприятиелары мәшғүллек йәрминкәләренә ашыҡмай

Иҡтисад

Сәнәғәт предприятиелары вакансиялар йәрминкәләрендә ҡатнашырға ашыҡмай. Сәбәбе, әлбиттә, — әлеге лә баяғы иҡтисади көрсөк эҙемтәһендә күп кенә ойошмаларҙа етештереү күләмдәре кәмеүе һәм штат ҡыҫҡарыу.

Мәҫәлән, кесе йома көндө Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә үткәрелгән сираттағы вакансиялар йәрминкәһендә төп эш биреүселәр сифатында сәнәғәт предприятиелары саҡырылғайны. Йәрминкәлә ҡатнашыусылар араһында профиле буйынса быға "Ағиҙел" дәүләт унитар предприятиеһы ғына тап килде.

Дөйөм алғанда, булған эш урындары тураһында 20 эш биреүсе генә мәғлүмәт бирҙе. Һуңғы ваҡыт өсөн был насар күрһәткес түгел. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре төҙөлөш ойошмаларының юғары әүҙемлеген билдәләй.

Йәрминкәгә килеүселәр һаны элеккесә арта бара. Был юлы эш эҙләп 1300-ләп кеше килде. Шуларҙан 185-е әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты һәм 55-е генә эшкә саҡырыу алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть