Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Социаль объекттарҙың хәүефһеҙлеген нығытыуға аҡса бүленде

Йәмғиәт

Республикала социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙың хәүефһеҙлеген нығытыуға 27 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был һандарҙы "Башинформ" агентлығында үткәрелгән "Хәүефһеҙлек-2009" форумына арналған матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев килтерҙе.

Уның әйтеүенсә, социаль объекттарҙың янғын хәүефһеҙлеге менән бәйле хәл айырым контролдә тотола. Һүҙ бында балалар учреждениелары, дөйөм ятаҡтар, ҡарттар өсөн йорттар, приюттар тураһында бара. Бөтә был объекттарҙа тикшереү ваҡытында үткәрелгән, асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Социаль өлкәгә ҡараған 12 бинаның хәле насар тип танылған. Уларҙы ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть