9 декабрь, Йома

16 март 2009 йыл, 17:17

Канаданың Рәсәйҙәге Илселеге вәкилдәре килде

автор: Эльвира Латипова

Өфөгә рәсми сәфәр менән Канаданың Рәсәйҙәге Илселегенең тулы хоҡуҡлы министры, коммерция мәсьәләләре буйынса советнигы Стефен Миллар һәм Илселектең бизнесты үҫтереү буйынса советнигы Петр Тесленко килде.

Сәфәр барышында иҡтисади, шулай уҡ гуманитар өлкәлә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк.

Бөгөнгә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында, Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығында, Бөтә Рәсәй ситтән тороп финанс-иҡтисад институтында осрашыуҙар планлаштырылған. Шишәмбегә Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығында, Мәғариф министрлығында, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында, Ауыл хужалығы министрлығында һөйләшеүҙәр билдәләнгән. Сәфәр шаршамбы көнө тамамланасаҡ.

Үҙ-ара эш итеүҙең хоҡуҡи нигеҙе булып Башҡортостан Республикаһы Тышҡы бәйләнештәр министрлығы менән Альберта провинцияһының Иҡтисади үҫеш һәм туризм министрлығы араһындағы Хеҙмәттәшлек тураһында меморандум тора. Уға 1996 йылдың сентябрендә ҡул ҡуйылған.