11 декабрь, Йәкшәмбе

16 март 2009 йыл, 17:14

Республика парламентының бюджет комитеты ултырышы

автор: Марина Шумилова

17 мартта БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанс һәм милекселек мәсьәләләре буйынса комитетының ултырышы үткәрелә.

"Республика маҡсатлы программалары тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" (икенсе уҡыуҙа), "2009 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проекттары һәм Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттары (беренсе уҡыуҙа һәм дөйөм) ҡараласаҡ.

Комитет ултырышы Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт, 601-се бүлмә адресы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы бинаһында үтәсәк. Сәғәт 10-да башлана.