3 декабрь, Шәмбе

16 март 2009 йыл, 17:12

Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек бара

автор: Алик Шакиров

— Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары аҙайғандан-аҙая бара, Башҡортостанда улар хәҙер 13,5 меңгә яҡын иҫәпләнә, һәм улар ҡалған ғүмерҙәрен Хөкүмәт, урындағы дәүләт органдары ярҙамында бер ниндәй мохтажлыҡ кисермәй, лайыҡлы йәшәһен өсөн беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитетының бөгөнгө ултырышын уның рәйесе, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ошондай һүҙҙәр менән асты. Ойоштороу комитеты ултырышының көн тәртибенә ике мәсьәлә сығарылды: "Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған, 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы, шулай уҡ 2008-2009 йылдарҙа Еңеү көндәре саралары планын үтәү тураһында" һәм "Башҡортостан Республикаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64 йыллығын байрам итеү программаһы проекты тураһында". Беренсе мәсьәлә буйынса БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев сығыш яһаны.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, 2005 йылдың 1 майынан Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына һәм унда ҡатнашыусыларға — 1000 һум, хәрәкәттәге армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә, Япония менән һуғыш ваҡытында, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындарына, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының тол ҡатындарына, "Блокадалы Ленинградта йәшәүсе" билдәһе менән наградланыусыларға, элекке балиғ булмаған фашизм тотҡондарына 500 һум күләмендә айлыҡ өҫтәмә түләү ҡаралған.

Район һәм ҡалалар хакимиәттәренә үҙ пландарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, тыл эшсәндәренең һәм һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындарының йәшәү шарттарын тикшереүҙе, күрһәтелгән граждандарҙың шәхси торлаҡ йорттарын ремонтлауҙы күҙ уңында тоторға, уларға адреслы ярҙам күрһәтергә кәрәк. Федераль закондарҙа ҡаралған сараларға өҫтәп, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеген ҡарарға.