5 декабрь, Дүшәмбе

16 март 2009 йыл, 17:08

Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияһының быйылғы йылдағы тәүге ултырышы 17 мартта Хөкүмәт йортонда үтәсәк.

Белеүегеҙсә, был комиссия БР Президент Советының 2006 йылдың 29 ноябрендәге ҡарары менән республика башҡарма власть органдарының йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса эшмәкәрлеген яраштырыу маҡсатында ойошторолғайны.

Алдағы эш осрашыуының көн тәртибенә ике мәсьәлә ҡуйылған — ведомство-ара комиссияның эш планы проекты, шулай уҡ йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү.