4 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2009 йыл, 17:17

Саша Братанова халыҡ-ара балалар премияһына лайыҡ булды

автор: Марина Шумилова

Өсөнсө класс уҡыусыһы Александра Братанова Халыҡ-ара Балалар фондтары ассоциацияһы Президиумы бюроһы ҡарары менән "Ололау" премияһы менән бүләкләнде, уға Почетлы премия билдәһе һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.

20 ғинуарҙа Саша бөтә республикаға танылды: Кушнаренко районының Мәмәк ауылында янғын ваҡытында ҡыҙыҡай дүрт сабыйҙы, ун айлыҡтан алып биш йәшкә тиклемге үҙ туғандарын, уттан ҡотҡарып алып ҡалды. Күршеләре һәм ауылдың икенсе осонда эшләгән әсәһе йүгереп килеп еткәндә, өйҙән торонбаштар ғына ҡалған була.

Хәҙер Александра әсәһе Нурия Мулланурова менән Ағиҙел ҡалаһында туғандарында йәшәй. Ҡалала уларҙы йылы ҡаршы алалар, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә, әсәһен эшкә урынлаштырырға ярҙам итәләр. Саша башҡорт гимназияһында уҡый, уны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа асяҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Ҡыҙыҡай "бишле" билдәләренә уҡыу ғына түгел, шиғырҙар ҙа яҙа, матур итеп һүрәт төшөрә, бейергә ярата. Ә Ағиҙелдә уның ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар.

— Сашенька Братанова — донъялағы берҙән-бер халыҡ-ара балалар наградаһы — "Ололау" премияһын алыусы икенсе яҡташыбыҙ инде, — тине БР Балалар фонды рәйесе Нина Федянина. — Беренсеһе Бөрөнән дүрт йәшлек Настя Десяткина ине, ул янғын ваҡытында өс баланы ҡотҡарғайны. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса һәм БДБ илдәрендә "Ололау" премияһы менән унлап бала бүләкләнгән.