8 декабрь, Кесе йома

13 март 2009 йыл, 17:14

"УралСиб" республика балалар дауаханаһына телемедицина ҡорамалы һатып алды

автор: Ольга Горюнова

"УралСиб" банкы Республика балалар клиник дауаханаһы өсөн 300 мең һумлыҡ Polycom телемедицина видео-конференц-элемтә системаһы һатып алды.

Система дауахана белгестәренә реаль ваҡыт режимында Рәсәй һәм сит илдәрҙәге дауалау учреждениеларынан коллегалары менән алыҫтан тороп консультациялар үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Система ярҙамында Республика балалар дауаханаһы белгестәре Башҡортостандың дауалау учреждениеларынан коллегаларына алыҫтан тороп консультация бирә аласаҡ.

Бәләкәй пациенттарға һәм уларҙың ата-әсәләренә видео-конференц-элемтә системаһы, республиканан ситкә сыҡмайынса, урында дауалау буйынса рекомендация алырға ярҙам итәсәк.

— Күп йылдар инде "УралСиб", илдең төп финанс институттарының береһе булараҡ, социаль эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бирә, — тип билдәләне "УралСиб" банкыһының Өфө филиалы идарасыһы Леонид Ғафаров. — Шуға күрә, көрсөккә ҡарамаҫтан, банк хәйриә программаларын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Был иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ осоронда айырыуса мөһим.

"УралСиб" Республика балалар клиник дауаханаһы менән күптән хеҙмәттәшлек итә, уға һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа ғына банк дауаханаға дарыуҙар һәм ҡорамалдар һатып алыуға миллион ярым һумдан ашыу аҡса бүлде. Беҙ, мохтаж балаларға ярҙам итеп, артабан да был йүнәлештә эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ.

Телемедицина видео-конференц-элемтә системаһы Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәренә, Өфөлә тороп, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге профилле семинарҙарҙа һәм конференцияларҙа ҡатнашырға һәм телемедицина видео-конференц-элемтә системаһын ҡулланып операциялар үткәрергә булышлыҡ итәсәк. Беренсеһе бөгөн үткәрелә.

темалар: банк, дауахана