10 декабрь, Шәмбе

13 март 2009 йыл, 17:08

Башҡортостан Президенты Елена Скрынникты яңы вазифаһы менән ҡотланы

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Елена Скрынникка Рәсәй ауыл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Телеграммала шулай тиелә:

"Хөрмәтле Елена Борисовна! Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләнеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым! Һуңғы йылдарҙа дәүләттең ауылға ҡарашы үҙгәреүе ҡыуаныслы. Рәсәйҙең төп игенгә бай төбәктәренең береһе булған Башҡортостан Республикаһында аграр өлкәне үҫтереү һәм ауыл биләмәләренең социаль үҫеше төп дәүләт өҫтөнлөктәре иҫәбендә тора.

Хәҙерге ҡатмарлы ваҡытта яңы өлкәлә Һеҙ агросәнәғәт комплексының артабанғы үҫешенә, илдә һәм уның төбәктәрендә тармаҡты тулы масштабта яңыртыу буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерерһегеҙ, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, Ватаныбыҙ хаҡына яуаплы эшмәкәрлегегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем!"