Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Кремлдәге кәңәшмәлә ҡатнаша

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев бөгөн Кремлдә үтәсәк Закон сығарыусылар Советы һәм Федерация Советының берлектәге ултырышында ҡатнашасаҡ. РФ Президенты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ултырышта Дмитрий Медведев та буласаҡ. Шулай уҡ президенттың федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, беренсе вице-премьер Игорь Шувалов, вице-премьер Александр Жуков һәм Төбәктәрҙе үҫтереү министрлығы башлығы Виктор Басаргин ҡатнашасаҡ.

Закон сығарыусылар дәүләт башлығы менән көрсөк эҙемтәләрен нейтралләштереү өсөн властың бөтә кимәлдәренең үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү проблемаһын тикшерәсәк. Был тема күптән түгел Федерация Советы етәкселегенең Президент менән осрашыуында күтәрелгәйне, ул саҡта Президент, Федерация Советы закон сығарыусылар Советы менән берлектә төрлө кимәлдәге власть органдарының, шул иҫәптән закон сығарыу органдарының, ойошҡан эшен тәьмин итеүсе механизмдар тәҡдим итә ала бит, тип белдергәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть