Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Благовещен районында быйыл балалар күберәк тыуҙы

Йәмғиәт

Благовещен районында, бөтә республикалағы кеүек, тыуым артыу тенденцияһы күҙәтелә.

Муниципаль райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Лидия Федяева әйтеүенсә, быйыл ике айҙа 114 сабый донъяға килгән. Февралдә Благовещен ҡалаһында һәм районында 60 бала тыуған: 32 малай һәм 28 ҡыҙ.

Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда яңы тыуған сабыйҙар һаны — 27 кешегә, никахҡа инеүселәр 18 парға артҡан.

Никахҡа инеүселәрҙең йәше төрлө — 18 йәштән алып 54 йәшкә тиклем. Быйыл айырылышыусылар һаны биш осраҡҡа кәмеүе лә ҡыуаныслы күренеш. Бынан тыш, 15 бала уллыҡҡа алынған.

Благовещендың "Панорама" гәзите хәбәр итеүенсә, йыл башынан алып 13 юбиляр ғаилә республика Президенты исеменән һәм район хакимиәтенән ҡотлау һәм иҫтәлекле бүләктәр алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть