7 декабрь, Шаршамбы

13 март 2009 йыл, 16:59

Мәскәүҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ форумы үтәсәк

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре Х Бөтә Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалыҡ форумында ҡатнашасаҡ. Ул 16 мартта Мәскәүҙә үтәсәк.

Федераль министрлыҡ һәм ведомстволар, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды вәкилдәре, торлаҡ-коммуналь өлкә предприятиелары етәкселәре илдең торлаҡ-коммуналь хужалығы эшен һәм 2008-2009 йылғы көҙгө-ҡышҡы осорҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау, идара итеүсе ойошмаларҙың күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙә иҡтисади тотороҡлолоғон тәьмин итеү сараларын, был өлкәлә үҙ- үҙеңде көйләү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу буйынса яңы закон саралары ҡараласаҡ.