11 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2009 йыл, 16:57

Профсоюздар хеҙмәт закондарын боҙоуҙарҙы асыҡланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Профсоюздар федерацияһының хоҡуҡи хеҙмәт инспекциялары һәм йәмәғәт юридик консультацияһы былтыр 3469 тапҡыр хеҙмәт закондарын боҙоуҙарҙы асыҡланы.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2445 ойошмала хеҙмәт закондарын күҙәтеү комплекслы тикшерелгән. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн, шул иҫәптән эш хаҡы түләү өлкәһендә лә, хоҡуҡи хеҙмәт инспекторҙары эш биреүселәргә 1268 күрһәтмә биргән, уларҙы үтәү даими контролдә тотола.

2008 йылда республика ойошмаларының хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссияларына 61611 ғариза бирелгән. Уларҙың күбеһе эш хаҡы түләүгә ҡағыла. Эш биреүселәрҙең ғариза биргән хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү буйынса бурыстары 410 миллион 576 мең һум тәшкил иткән.

Һөҙөмтәлә хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссиялар тарафынан 61567 ғариза ҡәнәғәтләндерелгән, комиссияларҙың ҡыҫылыуы арҡаһында хеҙмәтсәндәргә 389 миллион 578 мең һум аҡса түләнгән.

Хеҙмәт инспекторҙары талабы буйынса профсоюз ағзаһы булып торған 12 хеҙмәтсән эшенә кире ҡайтарылған. 101 ғариза буйынса бер миллион 462 мең һум суммаға эш хаҡы суд тәртибендә түләтелгән.