Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Баден-Вюртемберг халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Баден-Вюртемберг федераль ере (Германия) Премьер-министры Гюнтер Х. Этингерға Винненден ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашып телеграмма ебәрҙе. Телеграммала шулай тиелә:

"Хөрмәтле Гюнтер Х. Этингер әфәнде!

Винненден ҡалаһындағы фажиғә, уның күп кеше ғүмеренең өҙөлөүенә килтереүе тураһындағы хәбәрҙе Башҡортостанда тәрән ҡайғы менән ҡабул иттек.

Баден-Вюртембергтың барлыҡ халҡының, зыян күреүселәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть