5 декабрь, Дүшәмбе

12 март 2009 йыл, 17:46

"Алтын тирмә" фестивале этаптары бара

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре "Алтын тирмә" төбәк-ара милли театрҙар фестивале сиктәрендә барған республика ҡала һәм райондарының үҙешмәкәр театр коллективтары сығыштарын ҡарауын дауам итә. Мәҫәлән, 12-15 мартта фестивалдең зона этабы Мәләүездә үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн яҡындағы Салауат, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларының, Ейәнсура, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарының милли халыҡ театрҙары саҡырылған.

Фестиваль кураторы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры буйынса төп методисы Тәнзилә Ҡалмурзина хәбәр итеүенсә, милли театрҙар смотрының төбәк этаптары аҙағына яҡынлаша.

— Баймаҡ менән Учалы ғына ҡалды, — тине Тәнзилә Ҡалмурзина. — Апрель айында беҙ Өфөлә "Алтын тирмә" фестиваленең гала- концертын үткәрергә планлаштырабыҙ.

Февраль башынан алып Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре ете тораҡ пунктында булып, 60-тан ашыу милли театр коллективының эшен ҡараны.