3 декабрь, Шәмбе

12 март 2009 йыл, 17:41

Мортаза Рәхимов Кнут Воллебек менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

12 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың (ОБСЕ) аҙ һанлы милләттәр эштәре буйынса Юғары комиссары Кнут Воллебек менән эш осрашыуы үткәрҙе. Кнут Воллебек эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһына Рәсәй Федерацияһында украин телендә белем биреү торошон өйрәнеү маҡсаты менән килде.

Мортаза Рәхимов менән Кнут Воллебек Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе бөтә милләттәр вәкилдәренең мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе. Мортаза Рәхимов, күп милләтле мәҙәниәтте һаҡлау республика дәүләт власы органдары эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора, тип айырып билдәләне. Республика мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелә, алты телдә уҡытыу алып барыла, республика халыҡтарының биш телендә әҙәбиәт нәшер ителә.

ОБСЕ-ның Юғары комиссары әйтеүенсә, уның Рәсәйгә, атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһына сәфәренең төп бурыстарының береһе булып Украинала рус телендә һәм Рәсәйҙә украин телендә белем биреү өлкәһендәге хәлде сағыштырып тикшереүгә әҙерлек тора.

— Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә йәшәүсе украин диаспораһын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү мәсьәләләре уңышлы хәл ителгән төбәк булып тора ла, — тип билдәләне ОБСЕ Юғары комиссары Кнут Воллебек.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Зиннур Мәрҙәнов ҡатнашты.