10 декабрь, Шәмбе

12 март 2009 йыл, 17:37

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына 229 кеше мөрәжәғәт итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына былтыр ноябрҙән алып 229 кеше мөрәжәғәт итте. Улар араһында 207 хеҙмәткәр һәм ни бары 22 эш биреүсе. Был мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Республикаһы халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү координацион комитетының сираттағы ултырышында инспекция етәксеһе урынбаҫары Андрей Цибизов хәбәр итте.

Эш биреүселәр менән хеҙмәткәрҙәр һаны араһындағы дисбаланс һуңғыларының хоҡуҡтары йыш боҙолоуы арҡаһында килеп сыға. Һуңғы бер нисә айҙа предприятиены бөтөрөү йәки штатты ҡыҫҡартыу арҡаһында хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп эштән бушау процесы күҙәтелә. Етмәһә, эш биреүсенең эштән сығарған хеҙмәтсәндәре менән һуңғы көндә иҫәп-хисап яһамау, предприятиеның "буш тороу" ваҡытында эш хаҡы түләү ҡағиҙәләрен боҙоу, үҙ теләге менән түләүһеҙ отпускыға ғариза яҙырға мәжбүр итеү осраҡтары йышайҙы. Бөтә асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар буйынса инспекция тейешле саралар күрә.