Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Минераль ашламаларға хаҡтар кәмей

Иҡтисад

"Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте республика баҫыуҙарында ауыл хужалығы эштәре башланыуға минераль ашламаларға хаҡтарҙы кәметә. Был аҙымды предприятие ауыл хужалығы тармағында һалынған ауыр иҡтисади хәлде иҫәпкә алып һәм даими ҡулланыусылары менән оҙайлы ваҡытҡа мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау маҡсатында яһаны. Акция март аҙағына тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән.

Был ҡарар компанияның стратегик аҙымы булып тора һәм Башҡортостан аграрийҙарының минераль ашламаларға талабын стимуллаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Минераль ашламаларға хаҡтар проблемаһы бөгөн айырыуса киҫкен — барыһы ла ашламаһыҙ юғары уңыш алып булмаясағын яҡшы аңлай.

Минераль ашламаларға хаҡтар 1 марттан кәмене. Мәҫәлән, Б маркалы карбамидҡа хаҡ ун процентҡа төштө, 16:20 маркалы азот-фосфорлы ашламалар 30 процентҡа арзанайҙы, 15:15:15 маркалы бер тонна азот-фосфор-калийлы ашламалар 20 процентҡа осһоҙораҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть