9 декабрь, Йома

12 март 2009 йыл, 17:31

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия Факил Мырҙаҡаевҡа бирелде

«Башинформ»

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһын биреү буйынса комиссия тәҡдимен ҡарап, республика Президенты Мортаза Рәхимов үҙ Указы менән Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге БР Дәүләт премияһын "Тыңғыһыҙ малай" һәм "Яҙмыш фалы — йәшлектә" исемле китаптары өсөн Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан" гәзите мөхәрририәте дәүләт унитар предприятиеһының баш мөхәррире урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы Мырҙаҡаев Факил Салих улына бирергә ҡарар итте.

темалар: указ, премия