9 декабрь, Йома

12 март 2009 йыл, 17:28

Һөнәри байрамығыҙ менән!

«Башинформ»

Республика Президенты Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы коллективын иҫтәлекле ваҡиға — 12 мартта билдәләнгән Рәсәйҙә яза башҡарыу хеҙмәтен ойоштороуҙың 130 йыллығы менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе иҫтәлекле ваҡиға — Рәсәйҙә хеҙмәтегеҙ ойошторолоуҙың 130 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!

Хоҡуҡ һаҡлау органдарында енәйәт-башҡарыу системаһы социаль әһәмиәтле, үҙенсәлекле бурысты үтәй. Һеҙҙең хеҙмәт тәфтиш органдары һәм судтар эшмәкәрлегенең үҙенә бер төрлө йомғағы булып тора. Был системаның төп бурысы — йәмғиәтте енәйәтселәрҙән ышаныслы һаҡлау ғына түгел, шулай уҡ ҡасандыр закон боҙғандан һуң төҙәлеү юлына баҫҡандарға реаль ярҙам күрһәтеү ҙә ул. Бөгөн яза башҡарыу учреждениеларының дөйөм танылған халыҡ-ара стандарттарға ярашлы эшмәкәрлеге — реаль хоҡуҡи дәүләт һәм граждандар йәмғиәте формалашыуының мотлаҡ шарты.

Башҡортостан етәкселеге енәйәт-башҡарыу системаһы подразделениеларына һәр саҡ ҙур иғтибар бирә. Республикала хөкөм ителеүселәрҙе туҡландырыуҙы һәм ҡарау шарттарын, уларға медицина тәьминәтен һәм белем биреүҙе яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарылды.

Яза башҡарыу системаһы подразделениелары хеҙмәткәрҙәренең ҙур физик һәм психологик көсөргәнеш менән бәйле яуаплы хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ. Көнөн-төнөн һеҙ ҡулығыҙға ҡорал тотоп холоҡ төҙәтеү учреждениеларын һаҡлауҙы тәьмин итәһегеҙ, енәйәттәрҙе фаш итеүҙә эске эштәр органдарындағы коллегаларығыҙ менән әүҙем эш алып бараһығыҙ.

Республикалағы енәйәт-башҡарыу системаһының махсус тәғәйенләнештәге отрядтары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәре күп тапҡырҙар Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияларҙа лайыҡлы ҡатнашты. Күптәр хәрби наградаларға лайыҡ булды.

Күп меңлек коллективығыҙ Ватанға хеҙмәт итеүҙең изге йолаларын һаҡлап ҡалыр һәм тулыландырыр, тыуған Башҡортостанда тотороҡлолоҡҡа һәм социаль тыныслыҡҡа булышлыҡ итер, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм бәхет, еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".