4 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2009 йыл, 18:00

Бензин етештереү һәм уның хаҡы тураһында

автор: Марият Артюхова

Башҡортостандың нефть заводтары февралдең һуңғы аҙнаһында 122 мең тонна автомобиль бензины етештерҙе — бер аҙна элеккегә ҡарағанда 1,8 процентҡа күберәк. Рәсәй Статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был Рәсәй төбәктәре араһында иң юғары күрһәткес. 23 февралдән 1 мартҡа тиклем ил 729 мең тонна автобензин сығарҙы, етештереү күләмдәре уртаса 1,3 процентҡа кәмене.

Беҙҙең төбәктә бер аҙна эсендә 186 мең тонна дизель яғыулығы етештерелде — был да илдә беренсе һөҙөмтә һәм 22,6 процентҡа артығыраҡ.

Рәсәй Статистика идаралығы яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡулланыу хаҡтарын да килтерә. 2 мартҡа бер литр А-76 маркалы бензиндың уртаса хаҡы 16 һум 34 тин торҙо, АИ-92 — 18 һум 76 тин, АИ-95 — 21 һум 31 тин, дизель яғыулығы — 19 һум 92 тин.

Рәсәйҙең 33 төбәгендә бензин хаҡының кәмеүе теркәлде, мәҫәлән, Омскиҙа АИ-95 бензины 8,6 процентҡа арзанайҙы. 45 төбәктә хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Ә биш субъектта автомобиль бензинына уртаса хаҡтар артыуы билдәләнде. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта автобензин ул аҙнала 0,4 һәм 0,2 процентҡа арзанайҙы.

Март башына иң ҡиммәт бензин Анадырҙа — бер литры 37 һум 96 тин, иң арзаны Ҡазанда — 15 һум 82 тин — теркәлде.

Был ай башына республикабыҙ баш ҡалаһы А-76 бензинына хаҡ буйынса (бер литры -16 һум 50 тин/ илдә 30-сы урында, АИ-92 (19,51) — 23-сө, АИ-95 (20,99) — 49-сы, дизель яғыулығы (20,5) буйынса 26-сы урында.