10 декабрь, Шәмбе

11 март 2009 йыл, 17:59

Арыҫлан Мөбәрәков тураһында китап уның музейына тапшырылды

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә мәшһүр башҡорт актеры, СССР-ҙың халыҡ артисының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Арыҫлан Мөбәрәков. Тормошо һәм ижады" китабы сығарыуға әҙерләнә. Билдәле булыуынса, күренекле сәхнә оҫтаһының юбилейы былтыр йыл аҙағында киң билдәләнгәйне.

Күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков тураһында китаптың өлгө данаһы бөйөк актерҙың тыуған яғы — Белорет районының Асы ауылындағы музей директорына тантаналы рәүештә тапшырылды. Айһылыу Ғариповаға бүләкте тапшырып, "Китап" нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов Арыҫлан Мөбәрәковтың исеме республиканың күп милләтле театр сәнғәте һәм бигерәк тә уның яҡташтары өсөн ни тиклем мөһим булыуы хаҡында телгә алды.

Хәтерегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, Арыҫлан Мөбәрәков 200-ҙән ашыу роль башҡарҙы. Уның ижадында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың образы айырым бер урын биләй.

Альбом форматындағы матур китап март аҙағында ике мең дана тираж менән сығасаҡ.

темалар: китап, музей