Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарын Мәскәүҙә билдәләнеләр

Иҡтисад

Республиканың бәләкәй бизнес вәкилдәре Мәскәүҙән биш миҙал алып ҡайтты. Улар "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары булды, уның финалы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Рәсәй баш ҡалаһында үтте.

Улар "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүселәр — "Байрам өсөн төргәк" магазины директоры Ирина Иванова (Өфө), бөҙрәхана салондары селтәре директоры Светлана Липагина (Өфө), Благовещен ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры Ирина Жданова һәм "Голд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Светлана Иванцова (Күмертау).

Стәрлетамаҡтан эшҡыуар Альбина Бикмәтова "Йылдың йәш директоры" конкурсы еңеүсеһе булды, уға йомғаҡ "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры"конкурсы менән бер үк ваҡытта яһалды.   Республика делегацияһын Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина етәкләне. Еңеүселәрҙе бүләкләү Царицынолағы һарайҙың Екатерина залында бик тантаналы шарттарҙа үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть