11 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2009 йыл, 17:53

Сергей Миронов Ҡоролтайға рәхмәт белдерҙе

автор: БР Дәүләт Йыйылышы матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай адресына Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы Рәйесе Сергей Мироновтан Рәхмәт хаты килде. Республика парламентын ул Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы закондар сығарыу (вәкәләтле) органдарының интернет селтәрендәге иң яҡшы сайтына йыл һайын үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм 2008 йылда БР Дәүләт Йыйылышы интернет-сайтын үҫтереүгә өлгәшкәне өсөн билдәләне.