3 декабрь, Шәмбе

11 март 2009 йыл, 17:50

Мырҙалар мәжлесе аҡһаҡалдары киләсәккә пландар ҡора

автор: Булат Юлбарыҫов

Башҡортостан Республикаһы Мырҙалар мәжлесенең аҡһаҡалдар Советы идараһы байтаҡ ҙур саралар үткәрергә планлаштыра.

14 мартта Бүздәктә һәм Килем ауылындағы татар тарихи-мәҙәни үҙәгендә Ҡоҙашевтар ырыуының шәжәрә байрамы үткәреләсәк. Сарала Мәскәүҙән, Татарстандан, Мордовиянан һәм Башҡортостандан Ҡоҙашевтарҙың боронғо татар дворяндар ырыуы вәкилдәре ҡатнашасаҡ, тип көтөлә. Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе татар мырҙалары ҡорбашы Ринат Ҡоҙашев һәм Рәсәй Императорҙар йорто герольдияһы рәйесе, РФ Президенты ҡарамағындағы геральдия комиссияһы ағзаһы Станислав Думин байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары буласаҡ.

Мырҙалар мәжлесенең йыллыҡ йыйылышын 18 апрелдә Өфөлә "Нур" театрында үткәрергә планлаштырыла, хәҙерге ваҡытта көн тәртибе буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә.

БР Татар мырҙалары мәжлесе июнь айында Болғарҙа (Татарстан) үткәреләсәк Волга буйы болғарҙарының ислам динен ҡабул итеү йыллығына арналған байрамда әүҙем ҡатнашырға планлаштыра.

Мәжлестең хөрмәтле ҡорбашы Маҡсат Мәмлиев аҡһаҡалдарҙы алдағы сараларҙа дворян ырыуҙары вәкилдәренең ҡатнашыуын ойошторорға саҡырҙы.