7 декабрь, Шаршамбы

11 март 2009 йыл, 17:46

Өфө ауыл Универсиадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк

автор: Марият Артюхова

16 мартта Өфөлә, "Динамо" стадионында, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы юғары уҡыу йорттарының IV ҡышҡы Универсиадаһын асыу тантанаһы үткәрелә. Ведомствоның 59 юғары уҡыу йортонан ҡатнашыусылар Башҡортостан баш ҡалаһына йәкшәмбе, 15 мартта уҡ, килә башлаясаҡ.

Ҡышҡы Универсиаданың быйылғы финал ярыштары Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында аҙна буйына барасаҡ. Шулай уҡ "Динамо", "Биатлон", "Приозерный" һәм Юғары спорт оҫталығы мәктәбе кеүек спорт комплекстары ла йәлеп ителәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Универсиадала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, һуңғы йәйге Универсиадала алты меңгә яҡын студент һәм аспирант ҡатнашты, ә финал ярыштарында 1200 самаһы спортсы еңеү өсөн көрәште.