11 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2009 йыл, 17:42

Аш-һыу һалып еткерелмәй, уның тураһында мотлаҡ мәғлүмәт юҡ

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан Республикаһының Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм алкоголле продукция әйләнешенә һәм сифатына контроллек итеү буйынса идаралығының йәмәғәт туҡланыуы һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү өлкәһендә күҙәтеүҙе тәьмин итеү бүлеге белгестәре, Өфөнөң ҡайһы бер объекттарын тикшереп, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары йыш ҡына боҙолоуын асыҡланы.

Мәҫәлән, 9-сы урта мәктәп ашханаһында аш-һыу һалып еткерелмәүе күҙгә ташланды. Бынан тыш, аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланылған ингредиенттар хаҡында тулы мәғлүмәт, йәғни уларҙың сифатын раҫлаусы документтар юҡ.

Революцион урамындағы "РиА" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кафеһында алтаҡта юҡ. Ҡулланыусыларға тәҡдим ителгән деликатестарҙың, шулай уҡ үҙҙәре әҙерләгән алкоголле эсемлектәрҙең аҙыҡ-түлек ҡиммәте тураһында хәбәр итмәйҙәр. Аш-һыу әҙерләү өсөн тауар ярлығы булмаған продукттар файҙаланылған.

"Башҡортостан йылға пароходлығы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ленин урамындағы "Якорь" кафеһы хеҙмәткәрҙәре аш-һыуға төп продукттарҙың 40 процентын һалып еткермәүе менән айырылып торҙо. Бында шулай уҡ тәҡдим ителгән ашамлыҡтар тураһында мотлаҡ мәғлүмәт юҡ. Революцион урамындағы 44-се урта мәктәп ашханаһы тураһында ла ошоно уҡ әйтергә мөмкин.