Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Сәйәсәт

Республика Президенты Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы коллективын 11 мартта билдәләнгән Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Ҡәҙерле дуҫтар!

Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллективын һөнәри байрам — Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Илдең киләсәге һәм милләттең сәләмәтлеге, уларҙы наркоһөжүмдән ышаныслы һаҡлау күп яҡлап һеҙҙең эҙмә-эҙлекле, һөҙөмтәле эшегеҙгә бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы: алты йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда һеҙҙең идаралыҡ наркотиктар әйләнешенә контроль өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, наркотиктар менән бәйле енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең өр-яңы системаһын ойоштороу буйынса ҙур эш башҡарҙы.

2005 йылда Наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы сиктәрендә комплекслы саралар программаһын тормошҡа ашырыу Башҡортостанда наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлеккә мөһим этәргес бирҙе. Иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса 2007 йылда республикабыҙҙың илдә иң яҡшы төбәк тип танылыуы, шулай уҡ Рәсәй наркотиктар әйләнешенә конроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының 2008 йылда Волга буйы округында оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды яулауы — ошо дөйөм тырышлыҡтың емеше ул.

Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы бурыстарҙы артабан да лайыҡлы үтәр, тип ышанам.

Һеҙгә хеҙмәтегеҙҙә яңы уңыштар һәм именлек теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть