5 декабрь, Дүшәмбе

11 март 2009 йыл, 17:36

Инвестиция эшмәкәрлеге өлкәһендә алдынғылар билдәләнде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 2009 йылдың 7 мартында 2008 йылдағы "Һөҙөмтәле инвестиция эшмәкәрлеге өсөн" Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы Башҡортостан Республикаһы Президенты премиялары түбәндәге номинацияларҙа бирелде:

"Ауыл хужалығы, һунарсылыҡ һәм урман хужалығы": I урын — Мәләүез районының "М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, II урын — Учалы районының "Байрамғол агрофирмаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; "Балыҡсылыҡ, балыҡ үрсетеү" — Мәләүез районының "Нөгөш балыҡсылыҡ хужалығы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; "Яғыулыҡ-энергетика файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу" — "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы; "Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу" — Сибай ҡалаһының "Башҡортостан баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; "Аҙыҡ-түлек етештереү" — "Почет билдәһе" орденлы "Бәләбәй һөт комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте; "Кокс, нефть продукттары етештереү " — "Өфөнефтехим" асыҡ акционерҙар йәмғиәте; "Химия производствоһы": I урын — "Сода" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, II урын — "Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте; "Металлургия производствоһы һәм әҙер металл изделиелар етештереү" — "Благовещен арматура заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте; "Металл булмаған башҡа минераль продукттар етештереү" — "Ласселсбергер" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; "Электр ҡорамалдары, электрон һәм оптика йыһаздары етештереү" — Өфө ҡалаһының "ОЙО-ГЕО Импульс Интернэшнл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; "Төҙөлөш" Туймазы районының "3-сө төҙөлөш фирмаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; "Транспорт һәм элемтә" — "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте; "Мотлаҡ социаль тәьминәт" — "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Беренсе урын яулаған ойошмаларға Башҡортостан Республикаһы Президентының "Һөҙөмтәле инвестиция эшмәкәрлеге өсөн" премияһының I дәрәжә дипломдары тапшырылып, лауреат статусы бирелде. Икенсе урын яулаусы ойошмаларға II дәрәжә дипломдары тапшырылып, дипломант статусы бирелде.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.

темалар: указ, премия