6 декабрь, Шишәмбе

10 март 2009 йыл, 18:03

Бер аҙнала республикала меңдән ашыу бала тыуҙы

автор: Алик Шакиров

Быйыл Башҡортостанда тыуым артыуы күҙәтелә. Дауалау-профилактика учреждениелары мәғлүмәттәре буйынса бер аҙна эсендә генә республикала 1100 сабый тыуҙы. 26 февралгә йыл башынан алып донъяға килгән балалар һаны 9165 тәшкил итһә, 6 мартҡа иһә 10265 булып китте. Белгестәр баһалауынса, бындай ыңғай демографик үҫеш — илдә һәм республикала әсәлекте, балалыҡты һәм бала табыуҙы яҡлау буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәһе.