6 декабрь, Шишәмбе

10 март 2009 йыл, 18:00

Архивтар көнө менән!

«Башинформ»

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов архив хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Башҡортостан Республикаһы архивтарының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ — Архивтар көнө менән ҡотлайым!

Рәсәй архивсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын 1720 йылдан бирле билдәләй. Уға, Рәсәйҙә тәүге дәүләт акты — илдә дәүләт идараһын ойоштороу нигеҙҙәрен билдәләүсе һәм барлыҡ дәүләт органдарында актуариус (архивариус) тигән дәүләт вазифаһын индереүсе "Генераль регламент йәки Устав"ҡа ҡул ҡуйып, Петр I башланғыс һалды.

Архивтар илдең документаль тарихын, кеше яҙмыштары тарихын һаҡлай. Архив материалдарына тикшеренеүсе ғалимдар, аспиранттар, студенттар, шулай уҡ тарихты яратыусылар, тамырҙары, туғандарының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһыныусылар, тарихи документтарҙы тергеҙергә теләүселәр мөрәжәғәт итә.

Архив хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте күп һанлы асыштар менән билдәләнә. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙҙән башҡа тарихи хәҡиҡәтте билдәләү, объектив тарих булдырыу мөмкин түгел. Һеҙ халҡыбыҙҙың тарихи иҫтәлеген һаҡлайһығыҙ, илдә граждандар йәмғиәтен формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ.

Архивтарҙың барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов".

темалар: архив, ҡотлау