Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

11 мартта - республика парламенты комитеты ултырышы

Сәйәсәт

11 мартта республика парламентының Мәғариф, фән, мәҙәниәт спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ултырышы үткәрелә.

Депутаттар "Һынлы сәнғәт буйынса халыҡ кәсептәре тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законы проектын тикшерәсәк, ул БР Дәүләт Йыйылышы пленар ултырышында икенсе уҡыуҙа ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһында ғилми һәм ғилми-техник эшмәкәрлек тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законы проекты (беренсе уҡыу); "Мәғариф тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законы проекты һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы тарафынан индерелгән "Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет составында үҙгәрештәр тураһында" Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарары проекты ҡараласаҡ.

Комитет ултырышы Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46 адресы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында үткәрелә. 16 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть