7 декабрь, Шаршамбы

10 март 2009 йыл, 17:50

"Австрия лотереялары" компанияһы етәкселеге менән осрашыу

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

9 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов "Австрия лотереялары" компанияһының генераль директоры Карл Штосс менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда Башҡортостан биләмәһендә төрлө лотереялар сығарыу буйынса берлектәге проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Карл Штосс Башҡортостан Президентына 2008 йылдың декабрендә лотерея проектын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған мәлдән алып үткәрелгән саралар тураһында һөйләне. Башҡортостан Рәсәйҙә "Австрия лотереялары" компанияһы эшләй башлаған тәүге төбәк булып тора. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 20 миллион евро тәшкил итәсәк. Карл Штосс әйтеүенсә, республикала лотерея проектын үҫтереү өсөн иҡтисади шарттарҙың барыһы ла бар, ә Башҡортостан менән берлектәге эш тәжрибәһе Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ла таратыласаҡ.

Мортаза Рәхимов, лотерея проектын тормошҡа ашырыу бюджетҡа һалым керемдәрен арттырыуға, өҫтәмә эш урындары булдырыуға, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне. Республика Президенты шулай уҡ һуңғы йылдарҙа Австрияның республиканың иң яҡын халыҡ-ара партнерҙарының береһенә әүерелә барыуын әйтте.

Карл Штосс Австрия менән Башҡортостандың эшлекле даирәләре араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән өсөн Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙе.

— Республикала яҡшы профессионалдар эшләй, бындағы партнерҙар көслө һәм беҙ берлектәге проектыбыҙҙың уңышына ышанабыҙ, — тине "Австрия лотереялары" компанияһы башлығы.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров, Башҡортостандың Австриялағы вәкиле Вадим Плетнев, "Австрия лотереялары" фирмаһы идараһы ағзаһы Беттина Глатц-Кремснер, Австрия-Рәсәй дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек йәмғиәте вәкиле Эрнст Штрассер ҡатнашты.