3 декабрь, Шәмбе

10 март 2009 йыл, 17:45

Төркиәлә башҡорт телендә китап сығарылды

автор: Әхәт Салихов

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы Төркиә Республикаһы Конья вилайетының Мәҙәниәт һәм туризм идаралығы менән берлектә ХIII быуаттағы билдәле төрөк шағиры, аҡыл эйәһе һәм философы Йәләлетдин Руми хаҡында башҡорт телендә китап сығарҙы.

Йәләлетдин Руми Төркиәлә бигерәк тә Мәүләнә исеме аҫтында билдәле. Ул мосолмандарҙың рухи тормошона ҙур йоғонто яһаған. Мәүләнә әхлаҡ һәм дин иркен таныу мәсьәләләренә ҙур иғтибар биргән. Конья ҡалаһында башҡорт телендә сығарылған китапта уның биографияһы, ижади юлы, фәлсәфәүи ҡараштары һәм тәғлимәте бирелгән. Китап матур итеп биҙәлгән, һәр биттә билдәле шәхестәрҙең Йәләлетдин Руми тураһында әйткән фекерҙәре килтерелгән. Тексты мөхәррирләүҙә БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре Сәриә Салихова ҡатнашты.