Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

МТС паркы 815 берәмеккә тулыланасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостанда республика машина-технология станцияларының матди-техник базаһын нығытыу дауам иттерелә. 2009 йылғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ машиналар паркы уҙған йыл менән сағыштырғанда 815 берәмеккә артасаҡ, шул иҫәптән 437 үҙ йөрөшлө машинаға.

2008 йылда республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә малсылыҡ өсөн өс мең самаһы төрлө техника, машиналар һәм ҡорамалдар һатып алған. Дөйөм алғанда, 3,3 миллиард һумға. Был сумма 2007 йылғы шул уҡ күрһәткестән 1,6 тапҡырға күберәк. Республика лизингы буйынса бюджет средстволары иҫәбенә һуңғы ике йылда 800 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Аҡсалата сағылышта был 620 миллион һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть