4 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2009 йыл, 17:19

Раил Сарбаев Мәскәүҙә үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 5 мартта эш сәфәре менән Мәскәүҙә булып ҡайтты. Бында ул РФ субъекттарының социаль-иҡтисади үҫешен баһалау параметрҙарын камиллаштырыу мәсьәләһе һәм Волга буйы федераль округының мәғлүмәт-аналитика системаһын булдырыу перспективалары буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Кәңәшмәне РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота алып барҙы. Кәңәшмәлә Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач, Волга буйы төбәктәренең дәүләт власы органдары етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар дәүләт идараһы һөҙөмтәлелеген күтәреүгә булышлыҡ итеүсе хәҙерге заман технологияларын индереүҙең, атап әйткәндә, төбәк хакимиәттәре эшмәкәрлегендә яңы мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу менән бәйле төп йүнәлештәрҙе тикшерҙе. Башҡортостан илдә "БР социаль картаһы" кеүек прогрессив системаны ғәмәлгә ашырған берҙән-бер төбәк булыуы билдәләнде.

Шул уҡ көндө БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, РФ финанс министры Алексей Кудрин менән осрашты. Унда Башҡортостан Республикаһының төрлө федераль инвестицион һәм социаль программаларҙа ҡатнашыуы менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Республика предприятиеларына кредит биреүҙе киңәйтеү, Башҡортостан биләмәһендә юл селтәрен үҫтереү, федераль бюджеттан республика социаль учреждениеларын тотоуға өҫтәмә трансферттар бүлеү мәсьәләләре ҡаралды.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Хоҡуҡ департаментында РФ Хөкүмәтенең оборона комплексы предприятиеларына, шулай уҡ республиканың юл, транспорт һәм ауыл хужалығы техникаһы етештереүсе предприятиеларына ярҙам итеүгә ҡағылышлы бер нисә документ әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Эш сәфәрендә Раил Сарбаевты БР Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров оҙатып йөрөнө.

10 мартта Раил Сарбаев Мәскәүҙә РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, сәнәғәтте һәм энергетиканы үҫтереү мәсьәләләре менән етәкселек итеүсе Игорь Сечин менән осрашты. Осрашыуҙа республика предприятиеларына, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге предприятиеларға дәүләт ярҙамы мәсьәләләре тикшерелде. Әңгәмә барышында Күмертау авиация производство предприятиеһын, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһен яңыртыуға финанс ярҙамы айырып күрһәтелде.