8 декабрь, Кесе йома

10 март 2009 йыл, 17:04

Иң яҡшы уҡытыусылар 100-әр мең һум грант аласаҡ

«Башинформ»

БР Мәғариф министрлығында "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә иң яҡшы уҡытыусыларҙы аҡсалата дәртләндереүгә документтар ҡабул ителә башланы.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Башҡортостан өсөн билдәләнгән квотаға ярашлы, 2009 йылда 100-әр мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереүҙе 363 педагог ала аласаҡ.

Ярышта ҡатнашыуға әҙерлек һәм уға материалдар әҙерләү буйынса талаптар конкурс тураһында федераль положениеға ярашлы ҡуйыла. Кандидаттарҙы баһалағанда һайлап алыуҙың ете төп критерийы иҫәпкә алына: һуңғы өс йылда уҡыуҙағы төп ҡаҙаныштар, педагогик эшмәкәрлек һәм кластан тыш эштәр һөҙөмтәлелеге, төрлө профессиональ ярыштарҙа ҡатнашыу, эштә заманса белем биреү технологияларын ҡулланыу, үҙ педагогик тәжрибәңде дөйөмләштереү һәм таратыу, квалификацияңды күтәреү һәм ҡайтанан профессиональ әҙерлек, профессиональ белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, өс йылда республиканың инновацион белем биреү программаларын индереүсе 1089 уҡытыусыһы грант алды.