Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Башҡорт яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың хикәйәһе Яҡут Республикаһында донъя күрҙе

Мәҙәниәт

Яҡут (Саха) Республикаһының күп тиражлы «Күрүлгән» әҙәби журналында башҡорт яҙыусыһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың «Ҡартайған ҡояш аҫтында» тигән әҫәре баҫылып сыҡты. Башҡортсанан яҡут теленә Афанасий Гуринов тәржемә иткән.

«Уҙған көҙ яҙыусы һәм тәржемәсе Афанасий Гуринов «Алтын ҡурай» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе булараҡ Өфөгә килгәйне. Беҙ уны оҙатып йөрөнөк һәм шулай дуҫлашып киттек, — тип һөйләне Мөнир Ҡунафин «Башинформ» агентлығына. — Беҙҙең «Урал батыр» эпосы унда ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, шуға ла ошо эпосты тикшергән ғалим Закирйән Әминев менән осрашыу ойошторҙоҡ. Ул үҙ сиратында беҙҙе яҡут халҡының фольклоры менән таныштырҙы. Мин уға яңы китабымды бүләк иттем. Ул уны уҡып сығырға һәм үҙенең республикаһында баҫтырып сығарырға вәғәҙә бирҙе. Һәм вәғәҙәһендә торҙо».

Яҙыусы һүҙҙәренсә, «Ағиҙел» журналның көҙгө һандарында яҡут яҙыусыларының әҫәрҙәре донъя күрергә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1435228-rasskaz-bashkirskogo-pisatelya-munira-kunafina-opublikovan-v-yakutii/

  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть