Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

«Һанлы» министр карантин ваҡытында йөрөү өсөн рөхсәт сервисы нисек эшләйәсәген аңлатты

Йәмғиәт

Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин «Эхо Москвы Уфа» эфирында «Юл 02» сервисының эшләү тәртибен аңлатты. Унда шәхси транспортта йөрөү өсөн рөхсәт алырға мөмкин. Магазинға, дарыуханаға, медицина учреждениеһына, өлкән йәштәге туғаныңа, баҡсаға ғына барырға мөмкин.

Портал 8 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа эшләй башларға тейеш, тине министр. Тәүҙә теркәлергә, йәшәгән урыныңды һәм автомобиль номерын күрһәтергә кәрәк. Форма сәфәрҙең маҡсатын да һорай. Рөхсәтте автоинспекторға күрһәтеү өсөн ҡағыҙға баҫтырып сығарырға йәки электрон төрҙә һаҡларға мөмкин.

Көнөнә бер тапҡыр 90 минутҡа ғына юлға сығырға рөхсәт ителә.

Сервис асып, властар халыҡтың аҡыллы булыуына һәм үҙ-үҙен тота белеүенә иҫәп тота, тип билдәләне министр. «Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр былай ҙа йөрөй, бер кем дә машиналарҙы тартып алмаған, ләкин был осраҡта кеше үҙизоляция тәртибен боҙа. Сервис быны боҙмаҫҡа мөмкинлек бирә», — тине чиновник.

http://www.bashinform.ru/news/1435108-tsifrovoy-ministr-poyasnil-kak-budet-rabotat-servis-dlya-razresheniya-na-poezdki-v-karantin/

                    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть