Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында коронавирус йоҡторған өлкән йәштәге ҡатын донъя ҡуйған

Йәмғиәт

Башҡортостанда Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында донъя ҡуйған 80 йәшлек пациентта коронавирус табылған. Радий Хәбиров бөгөн «Фейсбук»тағы сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.

«Йәкшәмбе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында өлкән йәштәге ҡатын вафат булған. Ике ай элек ул инсульттан һәм шәкәр диабетынан дауаланған.

Пациент ауыр хәлдә булған, төрлө хроник ауырыуҙар, шул иҫәптән пневмония менән сирләгән.

Үлем сәбәбе – баш мейеһе шешеүе.

Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам.

Мәрхүмәнән коронавирусҡа анализ алынған, бөгөн уның Ковид-19 вирусын йөрөткәне асыҡланған», — тип яҙҙы ул.

Радий Хәбиров Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың йәнә бер осрағы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ханым Төркиәнән ҡайтҡан. Уның хәле ауыр түгел. Тағы бер сирле бөгөн һауығып сыҡҡан, тип белдерҙе республика етәксеһе.

«Тиҙҙән коронавирусҡа тестар ҡырҡа артыр, шуға күрә ауырыуҙар ҙа күбәйер.

Беҙҙең бурыс — үҙизоляция режимын үтәү һәм һаулыҡ һаҡлау системаһын ҙур йөкләмәгә әҙерләүҙе дауам итеү», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика халҡына.  

http://www.bashinform.ru/news/1435128-v-bashkirii-u-80-letney-patsientki-skonchavsheysya-v-rkb-im-kuvatova-vyyavlen-koronavirus/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть