Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Бөгөн Өфөнөң дежур балалар баҡсаларына 280 бала килде

Йәмғиәт

Өфөнөң изоляция режимы ваҡытында эшләгән дежур балалар баҡсаларына бөгөн 450 урынына 280 бала килде. Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова хәбәр итте.

«7 апрелдә Өфөлә 132 хеҙмәткәр балалар баҡсаларына эшкә сыҡты. 22 дежур балалар баҡсаһы эшләй. 280 бала килде. Кисә беҙ 450 бала көткәйнек, әлбиттә. Төштән һуң Өфө мэрияһы сайтында 8 апрелдә эшләргә тейешле балалар баҡсаларының дежур төркөмдәре баҫылып сыға», —  тип белдерҙе ул.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, дежур төркөмдәр ата-әсәләре өҙлөкһөҙ цикллы ойошмаларҙа эшләгән балалар өсөн ойошторолған. Баланы икенсе балалар баҡсаһына күсерергә кәрәк булған осраҡта ата-әсәгә мотлаҡ хәбәр ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1435045-v-dezhurnye-detsady-ufy-prishlo-280-detey/

  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть