Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Өфөлә ғәскәровсылар Игорь Моисеев Балеты артистары челленджына ҡушылды

Мәҙәниәт

Данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары изоляция ваҡытында өйҙән эшләүҙәрен дауам итә. Коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова хәбәр итеүенсә, артистар Игорь Моисеев исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендәге коллегалары башлап ебәргән челленджды хупланы.

«Беҙ Ҡаҙағстанға Науруз байрамына сәфәрҙе, Мысырҙағы һәм Үзбәкстандағы сығыштарҙы күсерергә мәжбүр булдыҡ. Тәүге тапҡыр тура эфирҙа тамашасыларһыҙ залда сығыш яһаныҡ. Артистар өйҙә оҙаҡ ултырып өйрәнмәгән. Ғәскәров исемендәге ансамбль – республиканың йыш гастролдәргә йөрөгән коллективтарының береһе, бер йылда 50 мең саҡрым самаһы юл үтеп, Рәсәйҙең тиҫтәләгән ҡалаһын һәм тотош республиканы тиерлек урап сыға. Тәүге көндәрҙә өйҙә ултырыуға шат инеләр, әлбиттә, ләкин хәҙер бейеүҙәрҙе һәм тамашасыларҙы һағыналар. Артистарға үҙҙәрен формала тоторға кәрәк, шуға көн һайын өйҙә шөғөлләнәләр», тип һөйләне Элиза Сынбулатова.

Йома, 10 апрелдә, киске сәғәт 7-лә тамашасылар ансамблдең ютуб-каналында «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» концертын ҡарай ала.

  

http://www.bashinform.ru/news/1435009-v-ufe-gaskarovtsy-podkhvatili-chellendzh-artistov-baleta-igorya-moiseeva/

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть